11:06 (UTC+5), 20 Апреля 2017

Рәсәйҙә өс йәшкә тиклемге сабый тәрбиәләгән өсөн пособие түләүҙе оҙайтыу тәҡдиме индерелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге сабый тәрбиәләгән өсөн пособие түләүҙе оҙайтырға тәҡдим итәләр. Был хаҡта, хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитет депутаты Сергей Вострецов әҙерләгән закон проектына һылтанып, федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә.
Хәҙер бала ҡараған өсөн айлыҡ пособие йыл ярым ғына түләнә, уның күләме уртаса хеҙмәт хаҡының 40 процентын тәшкил итә. Суммаһы эш хаҡына, йәшәгән төбәккә бәйле. Беренсе балаға пособиеның минималь күләме 2,9 мең һум самаһы, икенсе һәм өсөнсө балалар өсөн — 5,8 мең һум, максималь күләме — 11,6 мең һумға яҡын. Йәш ярымдан алып өс йәшкә тиклемге осорҙа айына 50 һум компенсация түләнә.
Эшләүсе әсәләрҙең яртыһынан кәме балаға йәш ярым тулғансы эшкә сыҡмай. Өс йәшлек һәм унан өлкәнерәк балалар өсөн баҡсаларҙа урын алыу мәсьәләһе киҫкен тора, тип билдәләй депутат.
Вострецовтың башланғысы балалар баҡсаһында урын етмәгәндәр өсөн билдәләнгән күләмдә пособие түләүҙе күҙ уңында тота. Түләүҙең суммаһы һәр бала өсөн айына өс мең һум тәшкил итәсәк. Әсәләрҙең фекеренсә, түләүҙе оҙайтыу артыҡ булмаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика