11:32 (UTC+5), 20 Апреля 2017

Өфөлә халыҡ-ара экологик форум уҙғарыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 6-8 июндә Өфөлә халыҡ-ара экологик форум, экологик марафон һәм II «Экология. Технологиялар. Йәшәйеш» махсуслаштырылған күргәҙмәһе ойошторола. Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйылған, тип хәбәр итә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ҡурсаулыҡ биләмәләрен үҫтереү форумдың төп темаһы буласаҡ. «Ҡурсаулыҡлы Рәсәй — һаҡлау һәм үҫтереү» тигән пленар ултырыш ошо йүнәлешкә арнала. Программала экологик туризмдың торошо һәм мөмкинлектәре, сәнәғәт һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү, ҡалаларҙы экологик яҡтан үҫтереү, һыуҙың һәм һауаның сифаты буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, панель дискуссиялары ҡаралған.
Рәсәйҙең геофәндәр һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара ЮНЕСКО программаһы комитеты ултырышын уҙғарыу форумдың әһәмиәтле сараларының береһе булмаҡсы.
Былтыр форумдың эшлекле сараларында һәм мәғрифәтселек программаларында 2600-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ун бер йүнәлеште үҙ эсенә алған күргәҙмәгә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең 80 предприятиеһы үҙ экспозицияларын тәҡдим иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика