11:10 (UTC+5), 19 Апреля 2017

Төбәктә балалар баҡсаһына компенсация алыу өсөн ата-әсәләрҙән белешмә ҡабул итеү башланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда балалар баҡсаһына компенсация алыу өсөн ата-әсәләрҙән справка ҡабул итеү башланды. Документты 1 июлгә тиклем мәғариф учреждениеһы урынлашҡан йә иһә ғариза биреүсенең йәшәгән (теркәлгән) урыны буйынса республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалында (филиалдың бүлексәһендә) алырға мөмкин.
Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында ата-әсәләргә балалар баҡсаһы өсөн компенсациялар тәғәйенләү һәм түләү тәртибен раҫлаған ҡарар ҡабул ителде.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, 1 марттан социаль ярҙамға (беренсе бала өсөн — 20, икенсеһенә — 50, өсөнсөһөнә 70 процент) мохтаждар ғына иҫәп тота ала. Уға ата-әсәнең береһе дәғүә итергә мөмкин. Өҫтәүенә ғаиләнең килеме һәр кешегә йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаҫҡа тейеш.
Әле республикала йәшәү минимумы 8323 һум тәшкил итә. Шулай итеп, компенсация түләүҙәренә һәр ғаилә ағзаһына 12 485 һумдан кәм тура килгән ғаиләләр өмөт итә ала.
Инвалидтарға һәм инвалид балаларға; 20 аҙна һәм унан күберәк ауыры булған ҡатындарға; билдәләнгән тәртип буйынса эшһеҙ тип табылғандарға; өс йәшкә тиклем бала ҡарағандарға; 18 йәшкә тиклемге инвалид баланы, I группа инвалидын, 80 йәше тулған оло кешене тәрбиәләгәндәргә; ауыл ерендә йәшәгән күп балалы ғаиләләргә; тулы булмаған күп балалы ғаиләнең бер генә эшкә яраҡлы ағзаһы эшләһә йәки тулы күп балалы ғаиләләрҙең эшкә һәләтле ағзаларынан береһе генә эшләһә йәки уҡыһа, уларға ташлама яһала.
Үрҙә әйтеп үтелгән граждандарҙың йән башына аҡсалата уртаса килеме иҫәпкә алынмай, ләкин улар үҙҙәренең статусын документ менән раҫларға тейеш, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика