15:30 (UTC+5), 19 Апрель 2017

Республика халҡына башҡорт теленән региональ диктантты Рәсүл Ҡарабулатов уҡый

Башҡорт дәүләт университеты сайтынан
Башҡорт дәүләт университеты сайтынан
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Республика халҡына башҡорт теленән региональ диктантты Башҡортостандың халыҡ артисы, «Башҡортостан» ДТРК-һы алып барыусыһы Рәсүл Ҡарабулатов уҡый. Сара шәмбе, 22 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында (01-се һәм 02-се аудитория), Хоҡуҡ институтында (Достоевский урамы, 131), Идара итеү һәм эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге институтында (Губкин урамы, 10 Б), университеттың филиалдарында, баш ҡала һәм ауыл мәктәптәрендә ойошторола.
Диктант яҙыу өсөн алдан теркәлергә кәрәкмәй. Ҡатнашыусылар бланкта үҙенең ысын исемен яҙмаҫҡа хоҡуҡлы.
Акцияла, Башҡорт дәүләт университетының сайтына инеп, онлайн режимында ҡатнашырға мөмкин. Һуңғараҡ ошонда уҡ һөҙөмтәләр менән танышырға була.
Өҫтәмә мәғлүмәтте юғары уҡыу йортоноң сайтында, bdu_bashkaf@rambler.ru электрон почтаһы йәки 8(347) 272-33-82 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика