10:30 (UTC+5), 19 Апрель 2017

«Өфө – мең йыллыҡтар мираҫы» күргәҙмәһендә ҡаласыҡтың аныҡ күсермәһен күрергә мөмкин

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың баш ҡалаһында «Өфө-II ҡаласығы» музейы хакимиәтендә (Урман техникумы урамы, 49) «Өфө – мең йыллыҡтар мираҫы» күргәҙмәһе асылды. Унда килеүселәр ҡаҙыу эштәре барышында табылған көнкүреш әйберҙәре, биҙәүестәр, балсыҡтан эшләнгән көршәктәрҙе ҡарай ала. Экспонаттарҙың бер өлөшө тәүгә күрһәтелә. Күргәҙмәнең төп экспонаты – ҡаласыҡтың кесерәйтелгән күсермәһе. Музей-ҡурсаулыҡтың заказы буйынса оҫталар тораҡ пунктының йәшәйешен тергеҙә алды. Макеты яҡынса йөҙ мең һумға төштө, тип хәбәр итә РБК-Өфө.
Әлеге ваҡытта «Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы «Самрау» музей комплексы төҙөлөшөн финанслау тураһында властар менән һөйләшеүҙәр алып бара. Ошо хаҡта «Өфө – мең йыллыҡтар мираҫы» күргәҙмәһен асҡанда комплекстың директоры Гәүһәр Батталова хәбәр итте. Проекттың хаҡы бинаның дөйөм майҙанына бәйле.
«Майҙаны 3000 квадрат метр булғанда, проекттың хаҡы 350 миллион һум самаһы, шул иҫәптән 17 миллионы – проект-эҙләнеү эштәре», — ти ул.
Төҙөлөштөң башланыу ваҡыты әлегә билдәһеҙ.
«Самрау» комплексын «Өфө-II ҡаласығы» археологик ҡомартҡыһы биләмәһендә төҙөү күҙаллана, унда ҡаҙыу эштәре илленсе йылдарҙан алып барыла. Көмбәҙ аҫтындағы күп функциялы бина комплекстың нигеҙе булырға тейеш. Комплексҡа килеүселәр ҡаҙыу эштәрен быяла иҙән аша күҙәтә, тергеҙеү оҫтаханаларының эше һәм бер нисә музей зоналары менән таныша аласаҡ. Уларҙың береһендә ошонда археологтар тапҡан әйберҙәрҙе күрһәтеү күҙаллана. Комплекстың эшлекле зонаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ҡурайсылар союзы, Башҡорт китабы йорто, милли йәштәр китапханаһы офистарын, шулай уҡ башҡорт аш-һыу бүлмәһен, сувенирҙар кибетен һәм конференция залдарын урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика