02:27 (UTC+5), 19 Апрель 2017

Башҡорт дәүләт университетында Төркиә менән мәғариф һәм ғилми хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде

Башҡорт дәүләт университетының матбуғат үҙәге
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университетында Төркиә Республикаһының Ҡазандағы генераль консулы Турхан Дильмач һәм вице-консулы Нуреттин Кая булды.
Башҡорт дәүләт университеты менән уның ректоры Николай Морозкин, Халыҡ-ара һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы етәксеһе Мария Сәйфуллина, биология һәм роман-герман филологияһы факультеттары декандары, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы урынбаҫары таныштырҙы. Осрашыуҙа Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллегенең икенсе секретары Динар Әхмәтғәлиев ҡатнашты.
Эш сәфәре барышында яҡтар Төркиә менән мәғариф һәм ғилми хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе, атап әйткәндә, һүҙ нефть-газ сәнәғәте, геофизика һәм инженерҙар эше өлкәһендә белгестәр әҙерләүҙә үҙ-ара килешеп эш итеү хаҡында барҙы. Тәү сиратта бындай партнерлыҡ студенттар менән алмашыу һәм мәҙәни-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү программаһын әҙерләүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын Рус-төрөк мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу тәҡдиме яңғыраны, тип аңлаттылар Башҡорт дәүләт университетының матбуғат үҙәгендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика