12:20 (UTC+5), 18 Апрель 2017

Иглин районынан Илдар Ғәлиәкбәров велоколяскала Астанаға сәйәхәткә юлланды

Өфө ҡалаһы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандан коляскалы инвалид Илдар Ғәлиәкбәров велоколяскала Астанаға сәйәхәткә юлланды. Уға — 39 йәш, Иглин районында йәшәй. Илдар Ҡаҙағстандың баш ҡалаһына бер айҙа барып етергә ниәтләй.
Үҙенең сәйәхәтен Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығына бағышлай. Астанала ул Ҡаҙағстандағы ветерандарға республика ветерандарынан хат тапшырырға теләй. Илдар Ғәлиәкбәров — 2008 йылдан алып инвалид, юл һәләкәтендә ике аяғын да юғалтҡан. Сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара, урындағы «Сельская империя» гәзите редакцияһында таратыусы булып эшләй.
Ике йыл элек инвалид коляскаһы менән велосипедтың махсус йыйылған ҡулайламаһында Севастополгә барып ҡайтты.
Быйылғы сәйәхәте өсөн махсус рәүештә тағы ла бер велоколяска йыйған һәм уға «Лада-Рябина» тигән исем биргән. Илдарҙың маршруты Силәбе өлкәһе аша уҙа. Тәүлегенә ул 100 саҡрым юл үтергә, төндә палаткала ҡунырға ниәтләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика