07:31 (UTC+5), 18 Апреля 2017

Башҡортостан Экология йылында әүҙемлек рейтингында беренсе урын яуланы

 Depositphotos.com
Depositphotos.com
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан Экология йылы барышында төҙөлгән Рәсәй төбәктәре рейтингында беренсе урын яуланы. Был исемлек — Рәсәй Тәбиғәт министрлығы булышлығында ойошторолған Йәшел стандарттар үҙәгенең эксперт тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе, тип хәбәр итә ТАСС.
Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингы хаҡында дүшәмбе көндө уҙған матбуғат конференцияһында Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы, үҙәк директоры Рәшид Исмаилов һөйләне.
«Рейтингта бөтәһе 69 урын, улар 85 субъект араһында бүленде. Экологик рейтинг лидерҙары – Башҡортостан Республикаһы, Иркустк өлкәһе һәм Пермь крайы», — тип иғлан итте Рәшид Исмаилов. «Аутсайдерҙар — Орел өлкәһе, Севастополь ҡалаһы һәм Псков өлкәһе».
Экология йылында әүҙемлек рейтингын әҙерләү өсөн ҡулланылған тәүге күрһәткес – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса дәүләт программаларын финанслау күләме. Был күрһәткес буйынса Ханты-Манси автономиялы округы, Иркутск һәм Мәскәү өлкәләре — тәүге өс төбәк иҫәбендә. Финанслау буйынса һуңғы урындарҙы Еврей автономиялы өлкәһе, Псков һәм Орел өлкәләре биләй.
Субъекттарҙа махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең һаны икенсе критерий булды. Уның буйынса беренсе урында Свердловск өлкәһе, икенселә – Тверь өлкәһе, өсөнсөлә – Нижегород өлкәһе.
Өсөнсө шарт – Экология йылы барышында төбәктә уҙғарылған сараларҙың һаны. Алдынғылар рәтендә – Иркутск өлкәһе, Коми Республикаһы һәм Рязань өлкәһе. Һуңғы урында – Нижегород һәм Калининград өлкәләре, шулай уҡ Мәскәү.
Рәшид Исмаилов әйтеүенсә, рейтинг төҙөү өсөн файҙаланылған бөтә күрһәткестәр ҙә асыҡ сығанаҡтарҙан алынған һәм Экология йылын ғәмәлгә ашырыу нисек барғанын билдәләргә тейеш.
Төбәктәр финанс мөмкинлектәре, башланғыс хәле буйынса ла төрлө, тип билдәләне «Йәшелдәр альянсы» сәйәси партияһы рәйесе Александр Закондырин. Шуға иғтибарҙы төбәктәге экологик хәлгә түгел, тәбиғәтте һаҡлау ведомстволарының эш сифатына йүнәлтеү зарур.
Үҙәк шулай уҡ Рәсәйҙә Экология йылы йомғаҡтары буйынса сенаторҙар һәм депутаттар менән берлектә төбәктәрҙең экологик рейтингын төҙөргә ниәтләй. Закондар сығарыусы власть органдары менән тейешле килешеүҙәр төҙөлгән, тип хәбәр итте Рәшид Исмаилов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика