12:46 (UTC+5), 17 Апреля 2017

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы төбәктә дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртә. Республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанма яһап, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 18 апрелдә төбәктә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Төндә урыны менән һәм көндөҙ бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫә. Көсәйгәндә 18 метрға тиклем етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 0,+5 градус, көндөҙ +4,+9, көньяҡта +15 градус тәшкил итәсәк.
Төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан төшөүе фаразлана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы граждандарға электр тапшырыу линиялары, ағастар һәм реклама таҡталары тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәңәш итә.
«Йәйәүлеләр, урамда һәм юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ. Водителдәргә тиҙлек режимын арттырмаҫҡа кәңәш бирәбеҙ. Юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Дауыл ваҡытында электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән электр сымдарына яҡын барыу ғүмер өсөн хәүефле», — тип билдәләнеләр ведомствола.
Көслө ел сыҡҡанда йорттағы электр селтәрҙәре һәм ҡорамалдарҙың, йылытыу мейестәренең торошон, эске һәм тышҡы янғынға ҡаршы һыу тәьминәтенең, телефон бәйләнешенең төҙөклөгөн тикшерергә, янғынға ҡаршы кәрәкле инвентарь әҙерләргә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика