10:30 (UTC+5), 17 Апреля 2017

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең мәғариф эшмәкәрҙәре менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /. 14 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй мәғарифының алдынғы эшмәкәрҙәре – Рәсәй мәғариф академияһының беренсе вице-президенты Владимир Лаптев, Рәсәй мәғариф академияһы вице-президенты, шул академияның Коррекцион педагогия институты директоры Николай Малофеев, Рәсәй мәғариф академияһы академигы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының социаль психология кафедраһы профессоры Александр Донцов һәм «Педагогика» журналының баш мөхәррире Руслан Бозиев менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин ҡатнашты.
Яҡтар Башҡортостандың мәғариф системаһын үҫтереү һәм камиллаштырыу, республика һәм Рәсәй мәғариф академияһының хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.
- Әлегә хәл ителмәгән мәсьәләләрҙең байтаҡ булыуын яҡшы аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Кисә телевидениела халыҡ менән тура бәйләнеш ойошторҙоҡ. Ҡайһы берҙә мәктәптәрҙе түбән кимәлдә оптималләштереү, дәреслектәрҙең йөкмәткеһе, белем биреүҙең сифаты, социаль селтәрҙәрҙең йәштәргә йоғонтоһо хаҡында ла һорауҙар яңғыраны. Рәсәйҙең мәғариф академияһы менән килешеү төҙөгәнбеҙ, ул аҡрынлап ысын эштәр менән дә тулылана. Беҙгә был эште һеҙҙең менән башҡарырға кәрәк.
Рәсәй тарихы буйынса федераль дәреслектәргә төбәк компоненттарын индереү фекер алышыу темаларының береһе булды. Республика етәксеһе фекеренсә, илебеҙ халыҡтарының үткәненә, уларҙың Ватаныбыҙҙың үҫешенә индергән өлөшө өҫтән-мөҫтән генә өйрәнелергә тейеш түгел. Атап әйткәндә, дәреслектә Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының сәбәптәре дөрөҫ аңлатылмаған, ошо мөһим тарихи ваҡиға хаҡында бик аҙ мәғлүмәт бирелгән, тип билдәләне ул.
- Уҡыусылар үҙҙәренең сығышын һәм тарихын белергә тейеш. Был йәһәттән ҡыҫҡартыуҙар индермәҫкә ине, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Өлкән класс уҡыусылары өсөн «Бюджет белемлелеге» мәғариф программаһын һынау буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең өс төбәге иҫәбенә инде, тип билдәләне республика Башлығы. Артабан бында халыҡтың финанс белемлелеген күтәреү буйынса төбәк методик үҙәк ойоштороласаҡ. Шул иҫәптән Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү уның бурысы булып торасаҡ.
Осрашыуҙа былтыр хеҙмәттәшлек тураһында ғәмәлдәге килешеү нигеҙендә булдырылған Рәсәй мәғариф академияһының Башҡортостан ғилми үҙәге эшенең мәсьәләһе күтәрелде.
Бынан тыш, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Рәсәй мәғариф академияһының Коррекцион педагогия институты филиалын асыу күҙаллана.
Республика Башлығы Рәсәй мәғариф академияһы вәкилдәренә аутистик спектры боҙолған балалар менән шөғөлләнеүсе шәфҡәтлелек фондтары менән әүҙемерәк эш алып барырға тәҡдим итте.
- Хәйриә фондтарында булам, ошо категориялағы балалар менән шөғөлләнеүҙәрен күрәм. Процесс дөрөҫ ойошторолғанмы, тейешле кешеләр унда хеҙмәт итәме, белмәйем, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Илдә методик яҡтан кәңәш бирә, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыта, эш формаларын төҙәтеп ебәрә алырҙай етди белгестәрҙе табырға ине.
Башҡортостан етәксеһе республиканың белем биреү системаһы аудитын уҙғарыу кәрәклеге хаҡында мәсьәләне күтәрҙе.
- Беҙҙә Мәғариф министрлығы, отчёттар, һандар, таблицалар һәм башҡалар бар. Әммә улар бөтә система тураһында тулы мәғлүмәт бирмәй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Мәғариф системаһын өйрәнеүҙең ниндәйҙер системаға һалынған алымы булырға тейеш. Әммә ул юҡ.
Яҡтар шулай уҡ республикала педагогик психология буйынса диссертация советын асыу мөмкинлеген тикшерҙе.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика