02:06 (UTC+5), 17 Апреля 2017

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандағы православие дине вәкилдәрен Пасха байрамы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикалағы православие дине вәкилдәрен Изге Пасха байрамы менән ҡотланы.
Ҡотлауҙа былай тиелә: «Башҡортостан Республикаһының православие дине вәкилдәрен Изге Христостың терелеүе байрамы айҡанлы ҡотлайым!
Был байрам беҙгә көтөп алған яҙ менән бергә яңырыу һәм ышаныс билдәһе булараҡ килә, шатлыҡ һәм өмөт бүләк итә. Пасха тантаналары күп быуатлыҡ рухи-әхлаҡи ҡиммәттәребеҙгә ихтирам тәрбиәләй, дин тотоусыларҙы шәфҡәтлелек һәм мохтаждарға ярҙам күрһәтеү өсөн берләштерә.
Бөгөн Башҡортостандағы православие вәкилдәре башҡа традицион дин кешеләре менән бергә йәмғиәттә татыулыҡты нығыта, хәйриәлек, йәштәргә белем һәм тәрбиә биреү менән әүҙем шөғөлләнә. Күп милләтле һәм күп конфессиялы республикабыҙҙа бындай берҙәмлек айырыуса мөһим, ә уртаҡ изге эштәр оло ихтирамға һәм хуплауға лайыҡ.
Ошо байрам көндәрендә туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән аралашыу күңелдәрегеҙҙе йылытһын, йортоғоҙға һөйөү һәм ышаныс нуры тулһын.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, ғаилә­ләрегеҙгә именлек һәм тыныслыҡ теләйем!».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика