09:38 (UTC+5), 17 Апреля 2017

Башҡортостандан йәш йырсы «Һин супер!» халыҡ-ара музыкаль конкурсының ярымфиналына үтте

НТВ телеканалы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандан 13 йәшлек Иван Южаков НТВ телеканалында барған «Һин супер!» проектының ярымфиналына сыҡты. Икенсе турҙа 57 талантлы бала ҡатнаша. Улар иҫәбендә Нөгөш ауылынан Иван да бар. Яңы этаптың ҡағиҙәләренә ярашлы, өс жюриҙан ыңғай яуап алған конкурсанттар сығыш яһағандан һуң икенсе бүлмәлә көтә. Программа аҙағында судьяларҙың һәр береһе ошо бүлмәләге ярымфиналға үткән ҡатнашыусының исемен әйтергә тейеш. Шул рәүешле программаның һәр сығарылышынан дүрт ҡатнашыусы ғына ярымфиналға сыға.
Йәш йырсы «Снегири» композицияһын башҡарҙы. Сығыш жюри ағзаларының барыһына ла оҡшаны, дүтәүһе лә төймәгә баҫты. Ошо номерҙы тикшереп, Виктор Дробыш Ивандың тауышы үҙенсәлекле булыуын, тап килтереп йырлауын әйтте. Ёлка йырҙың уңышлы һайланыуын билдәләне. Маргарита Суханкина Иван башҡарыуында ғына ошо композицияның мәғәнәһенә төшөнөүен таныны. Был бик мөһим. Стас Пьеха малайҙың тулы образына иғтибар итте.
Башҡортостандан килгән йәш артисҡа артабанғы турға бәхетле билетты Маргарита Суханкина бүләк итте.
Танылған йырсы Денис Кляверҙың килеүе Иван өсөн көтөлмәгән бүләк булды. Стас Пьеха һәм уның менән бергә улар тағы ла бер тапҡыр йырҙан өҙөк башҡарҙы.
«Һин супер!» шоуының бынан алдағы этабында Иван «Ҡара бесәй» йыры менән сығыш яһағайны.
Конкурстың финалы 26 майҙа Кремлдә уҙа. Еңеүсене бүләкләүҙән тыш, тамашасылар һөйөүе призы ла ҡаралған. Иван Южаков өсөн бында тауыш бирергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика