Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2017, 16:48

Төбәккә циклон яҡынлаша: һауа торошо йәнә боҙола

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанға әүҙем циклон яҡынлаша. Шәмбе, 15 апрелдә, ямғыр яуасаҡ, һауа температураһы көндөҙ +4,+9 градустан артмай.
Йәкшәмбе, 16 апрелдә, республика биләмәһенә һалҡын арктик һауа үтеп инә башлай. Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, урыны менән епшек ҡар һалыуы ихтимал. Төндә һәм иртән юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы мөмкин. Һауа температураһы +1,+7 градус. Елдең урыны менән киҫкен булыуы көтөлә.
«Дүшәмбенән һауа торошо яҡшыра башлай. Автомобилселәр ҡышҡы резинаны йәйгеһенә алмаштыра ала», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан гидрометеорология үҙәгендә.
Читайте нас: