03:30 (UTC+5), 14 Апреля 2017

Республиканан хеҙмәт итеү урындарына тәүге саҡырылыш һалдаттарын оҙатыу 22 апрелгә билдәләнгән

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандан яҙғы тәүге саҡырылыш һалдаттарын оҙатыу 22 апрелгә билдәләнгән. Ошо хаҡта «Интерфакс» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында республиканың хәрби комиссары Игорь Харченко хәбәр итте. Яҙғы саҡырылышта төбәк Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына 5100-ҙән ашыу гражданды оҙатасаҡ.
Хәрби комиссарҙың һүҙҙәренсә, республиканан 2,5 меңдән ашыу егет – Ҡоро ер ғәскәрҙәрен, 150 – Һауа-йыһан көстәрен, 560 самаһы – Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрен, 180 – Һауа-десант ғәскәрҙәрен, 170 – үҙәк ҡарамағындағы хәрби частарҙы, 565 кеше Милли гвардия ғәскәрҙәрен тулыландырасаҡ.
Республиканан 1200 самаһы кеше Көнбайыш хәрби округта хеҙмәт итәсәк. Көньяҡ округты 2200-ләп һалдат тулыландырасаҡ, бер мең тирәһе Үҙәк хәрби округта бурысын үтәйәсәк. 130-ҙан ашыу Ватанды һаҡлаусы Төньяҡ флотҡа ебәреләсәк.
Яҙғы саҡырылыштың үҙенсәлектәре иҫәбендә Игорь Харченко Милли гвардия ғәскәрҙәренә һалдаттар һанының артыуын атаны. Быйылдан алып саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәт итеүселәр «Паспорт» системаһының шәхси электрон карталары менән ҡулланасаҡ. Асылында иһә, ул шул уҡ хәрби билеттың электрон төрө. Комиссиялар хәрби хеҙмәт итеүселәрҙең психик һаулығына талаптарҙы көсәйтә. Тағы ла бер яңылыҡ – республика колледждарында уҡығандарҙың бөтәһе лә кисектереү аласаҡ.
«Был яҙ 20 йәше тулған төрлө милек формаһы булған (дәүләт йәки шәхси) колледж уҡыусыларына уҡыу йортон тамамлағанға тиклем хәрби хеҙмәткә саҡырмайбыҙ, кисектереү биреп торабыҙ», — тип хәбәр итте республиканың хәрби комиссары.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика