11:51 (UTC+5), 14 Апрель 2017

Республика етәксеһе Өфөлә «хрущёвкалар»ҙы һүтергә ниәтләүҙәре хаҡында һөйләне

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуы барышында Өфөлә «хрущёвкалар»ҙы һүтергә ниәтләүҙәре хаҡында һөйләне.
«Был — өлгөрөп еткән мәсьәлә, уны хәл итеү ҡиммәткә төшә, ләкин яйлап 50-се йылдар аҙағында, 60-сы йылдар башында төҙөлгән биш ҡатлы йорттарҙы һүтә башларға мөмкин һәм кәрәк, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. — Мин үҙем 20 йылға яҡын «хрущёвка»лә йәшәнем һәм бының ни икәнлеген беләм. Кешеләр лифттар, инвалидтар өсөн пандустар булған яҡшы, уңайлы, заманса торлаҡта йәшәргә лайыҡ. Ҡыйыулыҡ күрһәтеп, бер нисә объектты ла ҡарарбыҙ, бәлки. Һуңынан, күреп тороғоҙ, ошо программаның киң ҡолас алыуы ла ихтимал. Беҙгә федераль органдар ҙа ярҙам итһә, һәйбәт булыр ине. Улар авариялы һәм иҫке торлаҡты һүтеү буйынса ҙур эш алып бара. Был да ҡатмарлы тема, ләкин ул хәл ителә, һәм «хрущёвкалар»ҙы һүтеү мәсьәләһе лә хәл ителер тип уйлайым».
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән ойошторолған тура бәйләнеш барышында ҙур мегаполистағы мөһим темалар күтәрелде, ошо йәһәттән урындағы власҡа Мәскәүҙең халыҡ менән аралашыу тәжрибәһен өйрәнеү зарур, тип иҫәпләй «Говорит Москва» радиостанцияһы мөхәррире, сығышы менән Өфөнән булған Антон Кравченко.
«Рөстәм Хәмитовтың Өфөлә «хрущёвкалар»ҙы һүтеү мәсьәләһен ҡуҙғатыуы, һис шикһеҙ, иғтибарға лайыҡ, — ти Кравченко. — Был Мәскәүҙә һәм бөтә илдәге кеүек үк резонанслы тема. Баш ҡалала ошо йәһәттән принципиаль ҡарар ҡабул ителгән дә инде, һәм хәҙер бөтә юридик һәм хоҡуҡи мәсьәләләрҙе яраштырыу процесы бара, ошо йорттарҙа йәшәүселәр менән ҙур эш алып барыла. Төбәктәрҙә иһә был тема тикшерелә генә әле. Нимә генә булмаһын, республика Башлығының ҡыҙыҡһыныу белдереүе — үҙе үк ыңғай күренеш».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика