09:42 (UTC+5), 14 Апреля 2017

Быйыл май байрамдары бер аҙнаға һуҙыласаҡ – Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл май байрамдарының оҙайлылығы теүәл бер аҙна тәшкил итә, тип хәбәр итә Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы һәм 9 май – Еңеү көнө – эшләмәгән байрам көндәре булып иҫәпләнә.
Хеҙмәткәрҙәр ял һәм эшләмәгән байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланһын өсөн шәмбе, 7 ғинуарҙағы ял көнө дүшәмбегә, 8 майға күсерелгән.
Шулай итеп, байрам көндәре менән бәйле биш көнлөк эш аҙнаһында быйыл 29, 30 апрель, 1 май һәм 6,7,8, 9 май ял көндәре булып тора. Йома 28 апрелдә һәм 5 майҙа эш оҙайлылығы ҡыҫҡартылмай.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1 һәм 9 майҙағы байрам көндәре уның иҫәбенә инмәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика