09:08 (UTC+5), 14 Апреля 2017

Беҙгә балалар кәрәк һәм ЭКО-ға бушлай квоталар күләмен кәметергә ниәтебеҙ юҡ – Башҡортостан Башлығы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Төбәктә тыуымды арттырыу зарур, беҙгә балалар кәрәк, киләсәктә мотлаҡ медицина страховкалау полисы иҫәбенә экстракорпораль аталандырыу процедураларын ғәмәлгә ашырыу өсөн квоталар күләмен кәметергә ниәтебеҙ юҡ, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов, быйыл ошо исемлекә инмәүе өсөн борсолған ҡатын-ҡыҙҙың һорауына яуап биреп. «Сиратта торғандар квота менән алдағы йылдарҙа файҙалана аласаҡ», — тип ышандырҙы төбәк Башлығы.
Квоталарҙың иҫәбе йылдан-йыл арта, әгәр элек бындай процедураны түлһеҙлек менән интеккән 150-200 ҡатын ғына бушлай эшләтә алһа, быйыл мотлаҡ медицина страховкалау полисы иҫәбенә Башҡортостандан 1,5 мең ҡатын-ҡыҙ ЭКО процедураһын яһатасаҡ. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, ошо сара республикала тыуымды арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта республикала 2,7 мең ҡатын-ҡыҙ ЭКО-ға сиратта тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика