17:48 (UTC+5), 14 Апреля 2017

Башҡортостанда йәш геройҙарға «Ҡайнар йөрәк» премияһы тапшырылды

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда йәш геройҙар «Ҡайнар йөрәк» премияһы менән бүләкләнде. Был награда батырлыҡ күрһәткән өсөн тапшырыла һәм йәштәргә рәхмәт белдереү билдәһе булып тора. Наградаларҙы Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Михаил Закомалдин тапшырҙы.
Премияға Иглин районынан Максим Бархатов, Йылайырҙан Илназ Байбаҡтин, Учалынан Айнур Маннанов, Стәрлетамаҡтан Даниил Борисов һәм Ярослав Адоньев лайыҡ булды. Һуңғыһы икенсе ҡаттан ҡолап төшкән ҡыҙыҡайҙы тотоп алған. Был хәл бер йыл элек була. Ярослав урамда йөрөгәндә баланың асыҡ тәҙрә янында уйнап ултырғанын күреп ҡала. Сабый ҡапыл тайып китә һәм ҡолап төшә.
Наградаға тәҡдим ителгән балаларҙың исемдәре, шулай уҡ уларҙың ҡаһарманлыҡтары «Ҡайнар йөрәк-2017» китабына индерелде. Өҫтәүенә һәр уҡыусыға «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар лагерына юллама бирелде, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика