07:29 (UTC+5), 13 Апреля 2017

Төбәктә дауыл хәүефе иғлан ителде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда дауыл хәүефе иғлан ителде. 13 апрелдә төбәк буйлап елдең секундына 18 метрғаса етеүе көтөлө, урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы. Автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында төндә һәм иртәнсәк томан төшәсәк. Синоптиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, һауа температураһы төндә -1,+4, таулы райондарҙа -7 градус тәшкил итәсәк, көндөҙ +6,+11 градусҡаса йылытасаҡ.
Көслө ел иҫеүе менән бәйле ҡотҡарыусылар электр линиялары, ағастар һәм реклама таҡталары тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәңәш итә.
«Йәйәүлеләр, урамда һәм юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ. Водителдәрҙең тиҙлек режимын кәметеүҙәре һорала. Юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ», — тип граждандарға мөрәжәғәт иттеләр ведомствола.
Дауыл осоронда электр селтәрҙәре һәм ҡорамалдарҙың, йәшәгән йорттарҙа йылытыу мейестәренең торошон тикшерергә, эске һәм тышҡы янғынға ҡаршы һыу тәьминәтенең, телефон элемтәһенең төҙөклөгөн булдырырға, янғынға ҡаршы кәрәкле инвентарҙы әҙерләргә кәңәш ителә. Электр селтәрҙәрендә көсөргәнешлек үҙгәргәндә янғын сыҡмаһын өсөн бөтә көнкүреш приборҙарының шнурын розетканан тартып алыу зарур.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика