03:59 (UTC+5), 13 Апреля 2017

Республикала Экология йылында экологик туризмды тағы ла нығыраҡ үҫтерергә ниәтләнәләр

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында экологик туризм үҙ үҫеше өсөн яңы этәргес көс алырға тейеш, тип хәбәр итте төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев. Уның әйтеүе буйынса, республика үҙенсәлекле тәбиғи мираҫҡа эйә һәм уны һаҡлап ҡалыу менән бер рәттән ошо биләмәләрҙе үҫтереү бурысы тора.
Башҡортостанда Экологик туризм «Ирәмәл», «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт парктарында тәҡдим ителгән. Ошо айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә булған экологик маршруттар һәм һуҡмаҡтар буйынса йыл һайын 30 меңдән ашыу турист-спелеолог, шулай уҡ тау түбәләрен үҙ итеүселәр уҙа. «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы мотивтары буйынса һалынған яңы экологик-мәҙәни маршрут туристик мөхиттә ҙур популярлыҡ яуланы. Рәсәй ҡурсаулыҡ системаһының 100 йыллығында республиканың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре майҙанын арттырыу күҙаллана. «Еҙем» тәбиғәт паркын булдырыу буйынса эштәр бара, төбәктең тәбиғи объекттарының береһенә ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында геопарк исеме биреләсәк.
«Экологик туризм тәбиғи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыу маҡсаттарына тап килә, экосистемаға кире йоғонтоно бөтөрә, — тип билдәләне Рәсәй Федереацияһы Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса совет президиумы ултырышында Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской. — Үҙендә илдең матурлығын һәм бөйөклөгөн сағылдырған биләмәләр ҡунаҡ һәм туристик инфраструктураларҙың булмауы сәбәпле граждандарға күренмәй ҡала, шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән: Америка Ҡушма Штаттарының ҡурсаулыҡ биләмәләренә йылына 100-280 миллион кеше йөрөй, шуның менән уларҙың үҫешенә миллиард долларҙар туплана».
Башҡортостан Экология министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, 6-8 июндә Өфөлә уҙасаҡ «Экология. Технологиялар. Тормош» халыҡ-ара экологик форумында айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре һәм экологик туризм төп тема буласаҡ. Өлкәнең алдынғы белгестәре, Рәсәй субъекттары вәкилдәре, ғилем һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Рәсәй ҡурсаулыҡ системаһының хәлен, хәҙерге тенденцияларҙы һәм перспективаларҙы тикшерәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика