17:07 (UTC+5), 13 Апрель 2017

Мәскәү халыҡ-ара салонында республиканың кластер белем биреү системаһы тәҡдим ителде

Гөлнара Абдурахманова
Гөлнара Абдурахманова
ӨФӨ 2017 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. 12-15 апрелдә Мәскәүҙәге ВДНХ павильонында Мәскәү халыҡ-ара мәғариф салоны уҙа. Уның төп темаһы — «Яңы белем биреү экосистемаһы». Башҡортостан унда республиканың әлеге көндә алты университет — Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән билдәләнгән кластер белем биреү системаһын тәҡдим итә. Башҡортостан стендында республиканың юғары уҡыу йорттары хаҡында белергә, шулай уҡ балдан, ҡымыҙҙан ауыҙ итергә, тәжрибә үткәреүҙә ҡатнашырға һәм заманса технологияларҙы күрергә мөмкин. Салон эшендә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, төбәктең юғары уҡыу йорттары, студенттарҙың ғилми берекмәләре етәкселәре ҡатнаша.
Салауат Сәғитов билдәләүенсә, Башҡортостан делегацияһының салонда ҡатнашыуының төп маҡсаты — республика мәғариф системаһының ҡаҙаныштарын күрһәтеү генә түгел, ә төрлө белем биреү йүнәлештәре буйынса донъя лидерҙарының алдынғы тәжрибәһе, заманса йүнәлештәре, фекерҙәре менән танышыу.
«Стендта балаларҙың кескәйҙәр өсөн технологик һәм методик эштәрен күрһәтергә ҡарар иттек. Был донъя кимәлендәге технологик ҡаҙаныш түгел, әлбиттә, ләкин ҙур уңыш бәләкәйенән башлана. Мәғариф — йәнле өлкә, һәм беҙгә ҡалышырға ярамай. Мәскәү салоны ошо йәһәттән аралашыу өсөн бик һәйбәт майҙансыҡ. Сара барышында төрлө йүнәлештәр буйынса 450-нән ашыу түңәрәк өҫтәл, пленар сессиялар ойошторола, яңы бәйләнештәр булдырыу, яңы йүнәлештәр менән танышыу мөмкинлеге бар», — тип һөйләне вице-премьер.
Педагогик белем биреү кластерын М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты тәҡдим итте. Атап әйткәндә, БДУ коллектив эш — балаларҙы конструкторлау һәм программалау нигеҙҙәренә өйрәтеү өсөн тәғәйенләнгән «Аҡыллы тирмә» робот техникаһы йыйылмаһы менән таныштырҙы.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты Мәскәүгә «Активациометр» ҡулланып шәхестең ҡеүәтен һәм һәләтен тикшереү өсөн электрон эксперименталь комплекс алып килгән. Ул өлкән класс уҡыусыларының һәм студенттарҙың буласаҡ һөнәри йүнәлешен, кешенең шәхси сифаттарын һәм психофизиологик параметрҙарын асыҡлауға йүнәлтелгән.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика