06:00 (UTC+5), 13 Апреля 2017

Өфөлә теләге булғандарҙы башҡорт теленән төбәк диктантын яҙырға саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 22 апрелдә теләге булған һәр кемде башҡорт теле буйынса төбәк диктантын яҙырға саҡыралар. Сара бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында, уның институттарында, филиалдарында, шулай уҡ Өфө, Бөрө, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Белорет, Ишембай, Мәләүез, Учалы ҡалаларындағы дөйөм белем биреү мәктәптәрендә һәм күрше төбәктәрҙә ойошторола. Диктант иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында хәбәр итеүҙәренсә, әлегә быйыл тексты кем уҡыясағы тикшерелә. Үткән йылдарҙа уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры актеры, бик күп классик һәм хәҙерге пьесаларҙы башҡорт теленә тәржемәләгән Хөрмәтулла Үтәшев һәм диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин уҡыны.
Башҡорт теленән төбәк диктанты тәүге тапҡыр 2015 йылдың апрелендә уҙғарылғайны. Идея авторы — билдәле журналист Рәшиҙә Мәһәҙиева. Быйыл да белемдәрен тикшерергә теләүселәр күп булыр тип көтөлә.
Әлеге акция һәр ваҡыттағыса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Күптәр туған телендә ни тиклем дөрөҫ һөйләшеүҙәрен һәм яҙыуҙарын тикшерергә, йәнле нәфис телмәрҙе ишетергә теләй. Шуға күрә ошондай сараларҙы хупларға кәрәк, тип иҫәпләй диктант инициаторҙары — БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика