Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2017, 07:45

Зифа буйлы ҡыҙҙарҙы «Мисс Башкортостан-2017» VI республика гүзәллек бәйгеһенә саҡыралар

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 16 апрелдә Өфөлә Экология йылына арналған «Мисс Башкортостан-2017» VI республика гүзәллек бәйгеһе ҡатнашыусыларының финал кастингы үтә. Конкурсты «Мисс Башкортостан» модель агентлығы ойоштора. Бәйге сиктәрендә тәүгә «Мисс Эко Башкортостан» һайланасаҡ, тип хәбәр итә ойоштороусылар.
Конкурста ҡатнашыуға 16-25 йәштәге, буйҙары 165 сантиметрҙан кәм булмаған, кейәүгә сыҡмаған, балаһыҙ, насар ғәҙәттәрһеҙ ҡыҙҙар саҡырыла. Ҡатнашыусыларҙы теркәү Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында (Ленин урамы, 86) көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Үҙең менән бейек үксәле туфли булырға тейеш. Ғаризалар missbashkortostan@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.
Автор:Гөлфиә Акулова
Читайте нас: