06:45 (UTC+5), 12 Апреля 2017

Ҡырымда табылған Башҡортостан яугиренең һөлдәһе тыуған яғында ерләнәсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Былтыр йәй Ҡырымда табылған Бөйөк Ватан һуғышы яугире Александр Гудковтың һөлдәһе уның тыуған яғында, Башҡортостанда ерләнәсәк. Еңеү көнө алдынан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Почетлы граждандар аллеяһында Ҡыҙыл Армия һалдатын һуңғы юлға оҙатыу сараһы була.
7 апрелдә Ҡырым Республикаһының Ленин районы Ленин ауылында яугирҙең һөлдәһен һәм уның шәхси әйберҙәрен Стәрлетамаҡтың «Обелиск» эҙәрмәндәр хәрәкәте вәкилдәренә тапшырыу тантанаһы үтте, тип хәбәр итә «Ҡырым» телерадиокомпанияһы» порталы.
Стәрлетамаҡ районының Боголюбовка ауылында тыуып үҫкән Александр Андреевич Гудков 70 йылдан ашыу хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнде. Ҡыҙылармеец һуңғы алышты тап Ленин районында ҡаршы алған. Керчь ярымутрауы өсөн көрәштә үҙенең ғүмерен биргән. Былтыр йәй туристар осраҡлы рәүештә уның һөлдәһенә һәм әйберҙәренә тап булған.
Оҙайлы һәм ентекле эш алып барғандан һуң белгестәр Ҡырым ерендә һәләк булған һалдаттың туғандары Башҡортостанда йәшәүен асыҡланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика