09:38 (UTC+5), 12 Апреля 2017

Төбәктә технология һәм һынлы сәнғәт уҡытыусылары һөнәри белемен арттырҙы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә «Федераль дәүләт мәғариф стандартын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә «Технология» һәм «ИЗО» дәрестәре буйынса белем биреү ойошмалары педагогик хеҙмәткәрҙәренең профессиональ компетенцияларын булдырыу мәсьәләләре» программаһы буйынса республика белем биреү семинары уҙҙы. Уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге ике йүнәлеш: «биҙәү-ҡулланма сәнғәте» һәм «ҡатын-ҡыҙҙар кейеменең имиджын булдырыу һәм уларҙың моделен әҙерләү» буйынса дәрестәр уҙғарҙы.
Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы һәм баш ҡаланың 2-се художество мәктәбе менән берлектә ойошторолған сараның маҡсаты – педагогик кадрҙарҙы уҡытыуҙы методик яҡтан ойоштороу, ижади бәйләнештәр булдырыу, пропаганда һәм алдынғы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу.
Өфө һәм Нефтекама ҡалаларынан, шулай уҡ Бишбүләк, Дыуан, Ҡариҙел, Краснокама, Миәкә, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы һәм Хәйбулла райондарынан килгән тыңлаусылар семинарҙың актуаллеген, практик йүнәлешен һәм яҡшы ойошторолоуын билдәләне.
Уҡыу һуңында үҙәктең директоры Владимир Аристархов етәкселәргә һәм саҡырылған уҡытыусыларға – рәхмәт хаттары, тыңлаусыларға белем алыу тураһында таныҡлыҡтар тапшырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика