14:52 (UTC+5), 12 Апреля 2017

Республика һылыуҡайы «Мисс Рәсәй-2017» конкурсында халыҡтың тауыш биреүе буйынса икенсе урында килә

 «Мисс Рәсәй» сайты
«Мисс Рәсәй» сайты
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан һылыуҡайы, Өфө дәүләт авиация техник университеты магистранты Альбина Әхтәмова «Мисс Рәсәй-2017» конкурсында халыҡтың тауыш биреүе буйынса икенсе урында килә. Бөгөнгә ҡыҙ 11 457 тауыш йыйған. Тауыш биреү 15 апрелдә тамамлана, еңеүсегә ойоштороусыларҙан махсус бүләк тапшырыла. Иң күп тауыш йыйған 10 ҡатнашыусы иһә конкурстың финалында иң сибәр 20 ҡыҙ исемлегенә инәсәк.
Альбина Әхтәмова Яҡутстандан Анжелика Назарованан (15 666 тауыш) ғына ҡалыша. Вологданан Елизавета Токарева тауыштар һаны буйынса (11 335) өсөнсө урынды биләй.
«Рәхмәт! Минең өсөн тауыш биргәндәрҙең һәм миңә йылы һүҙҙәр яҙғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм! Һәммәһенә лә һөйөү һәм изгелек нурҙарын ебәрәм», — тип яҙҙы «Бәйләнештә» социаль селтәрендә Линара Таһированың «Һылыуҡай — Bashkirian Beauty» студияһы тәрбиәләнеүсеһе.
Әле ҡыҙҙар Мәскәүҙә һәм махсус әҙерлек үтә: улар менән стилистар, визажистар, хореографтар һәм модель бизнесындағы башҡа профессионалдар эшләй.
Онлайн тауыш биреү 1 апрелдә башланды. Альбина өсөн тәүлегенә бер тапҡыр тауыш бирергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика