05:49 (UTC+5), 12 Апреля 2017

«Рәсәй патриоты-2017» бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары конкурсы ижади эштәр ҡабул итә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Электрон һәм матбуғат киң мәғлүмәт сараларында патриотик тәрбиә биреү темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға «Рәсәй патриоты-2017» бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары конкурсы иғлан ителде. Конкурс патриотик тәрбиә биреү йолалары һәм заманса бурыстар менән бәйле илһөйәрлек тематикаһын киң мәғлүмәт саралары сағыу һәм төрлө яҡтан яҡтырһын өсөн дәртләндереү сараһы булып тора.
Конкурста ҡатнашыуға киң мәғлүмәт сараларында 2016 йылдың 1 майынан 2017 йылдың 30 апреленә ҡәҙәр илһөйәрлек йүнәлешендә материалдары баҫылған электрон киң мәғлүмәт саралары, интернет-проекттар, шулай уҡ авторҙар (авторҙар коллективы) саҡырыла.
Эштәр 2017 йылдың 1 июненә тиклем conkurspatriot@pr-club.com электрон почтаһына ҡабул ителә. Почта адресы: 119019, Мәскәү, Никитск бульвары, 8а, 311-се офис, Халыҡ-ара матбуғат клубы, «Рәсәй патриоты» конкурсының ойоштороусылар комитетына.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһын 2017 йылдың июлендә Үҙәк федераль округта уҙғарыу күҙаллана. Еңеүселәргә иҫтәлекле билдәләр һәм Рәсәй матбуғатының дипломдары тапшырыласаҡ.
Конкурсты ойоштороусылар – Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы, Рәсәй субъекттарының башҡарма власть органдары, Рәсәй Журналистар союзы ҡатнашлығында Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ. «Рәсәй патриоты» конкурсы «2016-2020 йылдарға Рәсәй Федерацияһы граждандарына патриотик тәрбиә биреү» дәүләт программаһына ярашлы уҙғарыла. Конкурс тураһында положение Халыҡ-ара матбуғат клубы һәм Рәсәй матбуғаты сайттарында бирелгән. Федераль ойоштороу комитетының бәйләнеш телефондары: (495) 695-34-22, (495) 695-34-23, (495) 691-64-81.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика