11:14 (UTC+5), 12 Апреля 2017

Мәскәүҙә башҡорт йәштәре этноклубын ойоштороу проекты ҡаралды

Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтары мәҙәниәттәре үҙәге башланғысы сиктәрендә башҡорт йәштәре этноклубын ойоштороу проекты ҡаралды. Мәскәү дәүләт педагогия университетының бишенсе курс студенты Ринат Хәбиров етәкселегендәге активистар төркөмө баш ҡалала «Башҡортостан яҡташтар берекмәһе» йәмәғәт ойошмаһы ҡарамағында башҡорт йәштәре этноклубын ойошторорға тәҡдим итте.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы хәбәр итеүенсә,бындай проект республикала тыуып үҫкән ижади йәштәрҙе туплай һәм уларҙың Мәскәүҙәге йәштәр этноклубтары менән үҙ-ара эш итеүенә булышлыҡ итә алыр ине. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үткән осрашыуҙа башҡорт йәштәре этноклубы тураһында положение әҙерләү буйынса эшсе төркөм булдырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика