08:45 (UTC+5), 12 Апреля 2017

Космонавтика көнөндә социаль селтәрҙәрҙә «Башыңды күтәр» тигән ҙур флешмоб уҙа

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн, 12 апрелдә, социаль селтәрҙәрҙә Бөтә донъя космонавтика көнөнә арналған «Башыңды күтәр» тигән ҙур флешмоб ойошторола. Акцияның идеяһы Дөйөм Рәсәй фронтының Санкт-Петербургта үткән «Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек» медиафорумында барлыҡҡа килгән. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Социаль селтәр менән ҡулланыусыларға күккә ҡарап селфи төшөрөргә һәм фотоһүрәттәрҙе #башыңды күтәр билдәһе менән баҫтырырға тәҡдим ителә. Акция Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге 10-сы 7 минутта башлана. Тап ошо ваҡытта Юрий Гагаринды йыһанға илткән «Восток-1» карабы старт алған. Бынан тыш, акция «Восход-2» йыһанды яулау тарихы хаҡында «Время первых» нәфис фильмының ҙур экрандарға сығыуына бағышланған.
«12 апрелдә бөтәбеҙгә лә баштарҙы күтәреп күккә ҡарарға кәрәк. Әгәр Юрий Гагарин, Алексей Леонов кеүек кешеләр, бөйөк конструктор Сергей Королёв һәм уларҙың иптәштәре аяҡ аҫтына ғына ҡарап йөрөһә, йыһан әлегә хәтлем беҙгә сит булып ҡалыр ине. Был акция илебеҙ халҡының иғтибарын йыһанды үҙләштереүҙә булған проблемаларға һәм уңыштарға йүнәлтә. Флешмобҡа ҡушылығыҙ һәм был турала уҡыусыларығыҙға һөйләгеҙ», — тип режиссер һәм продюсер Тимур Бикмәмбәтовтың һүҙҙәрен килтерә onf.ru сайты.
Белешмә. 1962 йылдың 9 апреленән СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән 12 апрелдә Космонавтика көнө билдәләнә. 1968 йылда байрам Халыҡ-ара статусҡа эйә була. 2011 йылдан ул тағы бер исем йөрөтә – Халыҡ-ара кешенең йыһанға осоу көнө. Был көндө 56 йыл элек Советтар Союзы гражданы, өлкән лейтенант Юрий Гагарин «Восток» карабында донъяла тәүгеләрҙән булып Ер шары буйлап оса. Ер эргәһендәге киңлектә осоу ваҡыты 1 сәғәт 48 минут дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика