Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2017, 18:02

Төбәктә талпандар әлегә уянмаған – «Роспотребнадзор»

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда талпан ҡаҙалыу осраҡтары әлегә теркәлмәгән, тип хәбәр итә «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы. Ләкин, ведомствола билдәләүҙәренсә, көндәр йылына башлау менән төрлө йоғошло ауырыуҙы таратыусы ошо хәүефле бөжәктәр ҙә әүҙемләшә.
Былтыр миҙгел башланғандан алып (1 апрелдән) медицина ойошмаларына талпандан зыян күргән 10 мең самаһы кеше мөрәжәғәт иткән, шуның 32 проценты — балалар, тип иҫкә төшөрҙөләр «Роспотребнадзор»ҙа. Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында һәм уның филиалдарында ете меңгә яҡын талпан тикшерелгән. Вирустың концентрацияһы 6,1 процент тәшкил иткән (2015 йылда — 5,7 процент).
«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы белгестәре билдәләүенсә, талпан энцефалитын иҫкәртеүҙең төп сараһы — прививка яһатыу. Уны йыл дауамында эшләргә мөмкин. Ғәҙәттә, кешеләр табиптарға тап яҙ көнө мөрәжәғәт итә. Ике инъекция өс айҙан алып биш айға тиклем, өсөнсөһө — икенсеһенән һуң бер йыл үткәс, артабан өс йылға бер тапҡыр яһала. Вакцинацияның төп шарты — эпидемия миҙгелендә прививканан һуң ике аҙна тәбиғәт ҡосағына сығырға ярамай.
Талпан ҡаҙалыуы асыҡланған осраҡта тиҙ арала медицина учреждениеһына йәки травма пунктына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был учреждениеларҙа бөжәкте алырға һәм иммуноглобулин ҡаҙатырға мөмкин. Ул талпан ҡаҙалған мәлдән алып өс көндән дә һуңға ҡалмайынса яһала.
Читайте нас: