04:44 (UTC+5), 11 Апрель 2017

Башҡортостанда ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте вакцина профилактикаһы һорауҙары буйынса ҡыҙыу линия асты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы йоғошло ауырыуҙарға иммунопрофилактика һорауҙары буйынса ҡыҙыу линия асты. 10 апрелдән 24-нә ҡәҙәр иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем 8-800-100-47-67 телефоны буйынса ведомство белгестәре мөрәжәғәт иткәндәргә йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы вакцинация, инфекция йоҡтороу хәүефе һәм эҙемтәләре, был ауырыуҙарҙан шәхси һәм йәмәғәт профилактика саралары, милли прививкалар календары һорауҙары буйынса консультация бирәсәк.
Эпидемиологтар ни өсөн балаларға прививка яһау, сит илдәргә барғанда ниндәй профилактик прививкалар эшләтеү кәрәклеген һәм унда ял иткәндә ниндәй йоғошло ауырыуҙар көткәнен аңлатасаҡ.
Милли прививкалар календарына 10-дан ашыу йоғошло ауырыуға: туберкулез, вируслы В гепатиты, дифтерия, һын ҡатыу ауырыуы, быума йүтәл, полиомиелит, ҡыҙылса, эпидемик паротит, ҡыҙамыҡ, грипп һәм башҡаларға ҡаршы бушлай вакцинация инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика