11:29 (UTC+5), 11 Апрель 2017

Башҡортостанда «Тоталь диктант» өсөн баһаларҙы ҡасан иғлан итеүҙәре билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда «Тоталь диктант» өсөн баһаларҙы 20 апрелдән һуң иғлан итергә ниәтләйҙәр. Атап әйткәндә, ойоштороусылар нисә кешенең «биш» билдәһенә яҙғанлығын әйтәсәк.
Республикала ошо халыҡ-ара мәғариф акцияһында 3175 кеше ҡатнашҡан, 1630-ы диктантты Өфөлә яҙған. Был уҙған йылға ҡарағанда 400 кешегә күберәк, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына проекттың Өфөләге координаторы Наталья Панчишина.
8 апрелдә Башҡортостанда 37 майҙансыҡта «Тоталь диктант» акцияһы ойошторолдо. Шуларҙың 26-һы — Өфөлә, дүртәүһе — Стәрлетамаҡта, ҡалғандары Салауат, Күмертау, Мәләүез, Бөрө, Нефтекама, Белорет ҡалаларында һәм Раевка ауылында урынлашҡан.
Өфөлә «Тоталь диктант»та ҡатнашыусыларҙың 96-һы — сит дәүләттәрҙең граждандары. Улар өсөн тәүге тапҡыр рус телен сит тел булараҡ белеүгә TruD тест ойошторолған.
Быйыл халыҡ-ара акцияһы тексының авторы — Рәсәйҙең күренекле яҙыусыһы Леонид Юзефович.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика