05:33 (UTC+5), 11 Апреля 2017

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында дәүләт һәм республика халыҡтары телдәре үҫешен иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында дәүләт һәм республика халыҡтары телдәре үҫешен иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде. Ул «Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләтенең берҙәмлеген һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫешен нығытыу» дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында уҙғарыла.
Бәйгелә республика, ҡала, район, берләшкән гәзит һәм журналдар редакциялары, шулай уҡ республика электрон киң мәғлүмәт саралары (Интернет, телевидение һәм радио) ҡатнаша ала. Конкурс материалдары республика халыҡтарының дәүләт телдәрендә төрлө жанрҙарҙа – мәҡәлә, репортаж, интервью, очерк булыуы мөмкин.
«Конкурс 2013 йылдан алып уҙғарыла, был ваҡыт эсендә унда 100-ҙән ашыу киң мәғлүмәт сараһы редакцияһы ҡатнашты, уларҙың 38-е, шул иҫәптән айырым авторҙар, уның лауреаттары булды, ойоштороусыларҙың дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәре менән баһаланды», — тип аңлатты Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат киң мәғлүмәт сараһы бүлеге баш белгесе Нилә Ғәйнетдинова.
Конкурстың ойоштороусылары – Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, республиканың Журналистар союзы. Конкурс тураһында положение ойоштороусыларҙың рәсми сайттарында бирелгән.
Конкурсҡа 2017 йылдың 1 ғинуарынан 1 ноябренә ҡәҙәр баҫылған материалдар ҡабул ителә, уларҙың иҫәбе сикләнмәгән. Материалдар 2017 йылдың 10 ноябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 420-се бүлмә, матбуғат киң мәғлүмәт саралары бүлеге. Телефон: 8 (347) 218-07-72.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика