Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2017, 13:24

Баш ҡалала ҡотҡарыусылар Дудкин ауылы баҡсасыларын ташҡынға әҙерләнергә алып барҙы

Өфө ҡалаһының 12-се ҡотҡарыу хеҙмәте
Өфө ҡалаһының 12-се ҡотҡарыу хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә ҡотҡарыусылар баҡса участкалары хужаларын Дудкин ауылына алып барыуҙы ойошторҙо. Был ҡала хакимиәте ҡушыуы буйынса башҡарылды, тип асыҡлыҡ индерҙеләр 112-се ҡотҡарыу хеҙмәтендә. Эш шунда: Ҡариҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Дудкин ауылы янындағы баҡсасылыҡ ширҡәттәренә кәмәлә йәки паромда ғына сығырға мөмкин. Шуға ярашлы кешеләргә ташҡындың үтеүен көтөргә тура килә. Быйыл яҙ ташҡындың норманан юғары булыуы көтөлә, баҡсасылар иһә участкалары һәм йорттарының торошо өсөн хәүефләнә.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡты ҡабул иткән саҡта ҡаланың баҡсасылар ассоциацияһы ошо мәсьәләне күтәреп сыҡҡайны. Уны Өфө ҡала Советы рәйесе үткәрҙе. Һөҙөмтәлә уҙған ял көндәрендә 500-гә яҡын кеше баҡсаларына барып, уларҙы ташҡынға әҙерләй алды.
Читайте нас: