07:44 (UTC+5), 11 Апреля 2017

Балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән осорҙа Башҡортостанда сәнәғәт балыҡсылығына сикләү индерелә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән осорҙа, йәғни 15 апрелдән 15 июнгә тиклем, Башҡортостанда сәнәғәт балыҡсылығына сикләү индерелә. 1 майҙан 10 июнгә тиклем һәүәҫкәр һәм спорт балыҡсылығы сикләнә. Һәүәҫкәр балыҡсыларға ярҙан тороп бер ҡалҡыуыслы йәки батырғыслы ҡармаҡ һалырға ғына рөхсәт ителә. Шул уҡ ваҡытта ҡармаҡҡа икәүҙән артыҡ ырғаҡ тағыу тыйыла. Бынан тыш, спиннингтарҙы ла файҙаланырға ярамай.
Сикләүҙең үтәлешен Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре тикшерә. Һыуһаҡлағыстарҙа, йылға-күлдәрҙә рейдтар уҙғарыу күҙаллана.
Балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ һәм енәйәти яза ҡаралған, тип иҫкә төшөрҙөләр төбәктең тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһында. Йылым менән балыҡ тотҡан өсөн закон боҙоусыға ике меңдән биш мең һумға тиклем штраф һалына. Ыуылдырыҡлы балыҡты тотҡан өсөн зыянды ҡаплау күләме икеләтә арта. Һыу-биологик ресурстарына ҙур зыян килтергән осраҡта материалдар ғәйеплеләрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыу өсөн тәфтиш органдарына тапшырыла.
«Балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән осорҙа уңайлы шарттар булдырыу һәм һыу ятҡылыҡтарында балыҡ запасын тулыландырыу өсөн бындай сикләү йыл һайын индерелә, — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының йәнлектәр донъяһын һаҡлау бүлеге белгесе Рәлим Хажиев. — Был ваҡытта шулай уҡ йылға-күлдәрҙә, һыуһаҡлағыстарҙа моторлы кәмәлә йөрөү тыйыла».
Республиканың һыу ятҡылыҡтарында браконьерлыҡ осраҡтары тураһында (347) 246-07-08 телефоны буйынса хәбәр итеү һорала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика