09:59 (UTC+5), 10 Апреля 2017

Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты 25 йыллығын билдәләй

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 10 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы йортонда Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитетының 25 йыллығына арналған Башҡортостан Республикаһы Ветерандар төбәк йәмәғәт ойошмаһының туғыҙынсы сираттан тыш конференцияһы уҙа.
Йәмәғәт ойошмаһы 1992 йылдың мартында булдырылған. Комитетҡа Өфө райондарында, Стәрлетамаҡта, Белоретта һәм Салауатта ойошторолған фронт әхирәттәре клубтары, Афған һуғышы ветерандары ингән. Комитет күп томлы «Хәтер» йыйынтығы ваҡытында донъя күрһен өсөн күп көс һалған. Бөтәһе 22 том нәшер ителгән. Икенсе донъя һуғышы барышында республиканың 300 меңдән ашыу кеше юғалтҡаны асыҡланды. Еңеүҙең 55 йыллығы алдынан агитация поезы ойошторолдо, унда ҡатнашыусылар мәктәп уҡыусылары, предприятие, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары алдында сығыш яһаны. Еңеүҙең 55 йыллығына әҙерлек барышында Өфөнөң Еңеү паркында Башҡортостан Республикаһы Хәрби Дан мемориаль музейы төҙөлдө, һуңғараҡ 16-сы (112-се гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының Хәрби Дан музейы ла асылды.
Республикала 17 эҙәрмәндәр отряды һәм төркөмө эшләй. Башҡортостан Республикаһы Эҙәрмәндәр отрядтары фонды уларҙың эшен көйләй һәм «Хәтер вахтаһы» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыуын ойоштора. 2003 йылдан алып республиканың йыйылма эҙәрмәндәр отряды йыл һайын «Хәтер вахтаһы» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика