Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2017, 15:33

Республикала тәүге экологик өмәләрҙә 62 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда тәүге экологик өмәләрҙә 62 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. 1,3 мең тоннаға яҡын сүп-сар йыйылған, төбәктә биләмәләрҙең 4 проценты таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән, тип хәбәр итә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Ғәҙәттәгесә, яҙғы экологик кампания осоронда муниципалитеттар юл япмаһын, ҡоймаларҙы, биналарҙың фасадын ремонтлай һәм башҡа төҙөкләндереү эштәрен башҡара. Был күрһәткестәр 7,4 мең квадрат метрҙан ашыу һәм 1,3 мең погон метр тәшкил иткән.
Һауа шарттарының тотороҡһоҙ булыуы сәбәпле республиканың ҡайһы бер район һәм ҡалаларында экологик өмәләр башланмаған әле. Улар иҫәбендә — Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Межгорье, шулай уҡ 18 район. Биләмәләрҙе таҙартыу буйынса акциялар 13 майға тиклем дауам итә.
Читайте нас: