Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2017, 07:05

Республика Башлығы «Территория 3000» бизнес-комплексында булды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 7 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙендә эш, бизнес алып барыу, спорт, уҡыу-уҡытыу, медицина хеҙмәттәре алыу, ғаилә ялы өсөн мөмкинлектәрҙе берләштергән «Территория 3000» бизнес-комплексында булды.
Бизнес-комплекстың генераль директоры Әҙил Юлдашев төбәк етәксеһенә 2014 йылда уҡ эш һәм әүҙем ял өсөн төрлө мөмкинлектәрҙе берләштергән күп функциялы комплекс төҙөү идеяһы барлыҡҡа килгәнен һөйләне. Үҙенсәлекле проект әҙерләнә, Менделеев урамындағы «БЭТО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте биләмәһендә эргәһендә ер участкаһы булған склад һатып алына. Йыл ярым эсендә 33 мең квадрат метрлыҡ комплекс төҙөлә. Елләтеү системаһын булдырыу, бөтә коммуникацияларҙы алмаштырыу, газ ҡаҙанлығын төҙөү һәм уны йүнәтеү кеүек яңыртыу эштәренә 1 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Комплекста фитнес-үҙәк, ресторан, офис бүлмәләре, конференция залдары, медицина клиникаһы, заманса мунса комплексы һәм башҡалар урынлашҡан.
Республика Башлығы дөйөм майҙаны 6200 квадрат метрлыҡ «Фитнес-арена 3000» заманса фитнес үҙәгендә булды. Ул ҙур тренажёрҙар, аэробика, көрәш, кросс-тренинг, ирекле үлсәүҙәр, өҫтәл теннисы, йога, уйын һәм ҡаяға үрләү залдарын ҡараны. Әҙил Юлдашев әйтеүенсә, бер үк ваҡытта «Фитнес-арена 3000» үҙәгендә 700-гә тиклем кеше шөғөлләнә ала. Фитнес үҙәге йәштәр генә түгел, профессионалдар араһында ла бик популяр. Бынан тыш, әлеге ваҡытта балалар өсөн программалар әҙерләнә.
Рөстәм Хәмитов спортсылар менән аралашты, уларҙың тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынды һәм комплекс директоры менән үҫеш перспективаларын тикшерҙе. Әҙил Юлдашев бассейн һәм футбол-еңел атлетика үҙәге төҙөргә ниәтләүен һөйләне.
Төбәк етәксеһе «Территория 3000» комплексында булғанда 50 һәм 150 кеше һыйҙырышлы ике конференция залын ҡараны. Улар төрлө кимәлдәге саралар уҙғарыу өсөн кәрәкле заманса IT-инфраструктура менән йыһазландырылған.
Офис үҙәгендә Рөстәм Хәмитов «Изге Йорт» бөтә уңайлыҡтары булған йорттар һалыу системаһын булдырыу өсөн махсуслашҡан «СмартЭра» компанияһының эштәре менән танышты. Ул стартапҡа нигеҙ һалыусылар менән тормошҡа ашырылған проекттарҙы тикшерҙе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ресурстарын иҫәптә тотоу өсөн уларҙың технологик эштәрен индереү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды.
Шунда уҡ республика Башлығы Программалау үҙәгендә булды. Уның белгестәре документтар әйләнеше системаһы өсөн программа тәьминәтен әҙерләй. Шулай уҡ Business FM Өфө радиостанцияһына инде, унда журналистар менән аралашты.
- Әлбиттә, мин күргән нәмәләр илһамландыра: бик матур һәм кәрәкле. Комплекс спорт менән шөғөлләнеү йәһәтенән шәп ойошторолған. Кешеләрҙең йөрөүе күренеп тора – эш көнөндә лә шөғөлләнеүселәр байтаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бында барыһы ла, шул иҫәптән сағыштырма сығымдар күҙлегенән заманса кимәлдә. Дәүләт, башҡа компаниялар төҙөгән объекттар менән сағыштырғанда бик осһоҙға төшкән, күп тапҡырға арзаныраҡ. Хәҙер төҙөүселәребеҙҙән социаль объекттарға ҡағылышлы эштәрҙе ярайһы уҡ осһоҙлайтыуҙы талап итә алабыҙ.
Республика етәксеһе фекеренсә, быға оҡшаш биләмәләр йәш быуын өсөн «якорь» булып тора.
- Беҙ йәштәр эшләгән бер нисә офиста булдыҡ. Был – «Аҡыллы йорт» та, электрон документтар әйләнеше буйынса проект та, төрлө контроль системалары ла. Уларҙың барыһы ла бик ҡыҙыҡлы. Шулар менән шөғөлләнергә кәрәк. Беҙ алдынғы ҡарашлы йәштәр менән республиканың тейешле ярҙам күрһәтеүе хаҡында үҙ-ара эш итергә лә килештек, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бөтә нәмә оҡшай, барыһы ла һәйбәт һәм ҡыҙыҡлы. Был да инновация, заманса ҡараш. Бында кеше эшләһен, ял итһен, үҫешһен һәм бизнес өсөн яңы үҫеш нөктәләре тапһын өсөн тырышҡандар. Яңы алым ғәмәлгә ашырылған, эшләй. Шуға күрә ошо проектты бойомға ашыра алғандарҙың барыһын да ҡотлайым.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: