12:29 (UTC+5), 10 Апреля 2017

Башҡорт дәүләт медицина университеты Рәсәйҙең медицина һәм фармацевтика өлкәһендәге премияһы менән билдәләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт медицина университеты Рәсәйҙең медицина һәм фармацевтика өлкәһендәге йыллыҡ премияһына лайыҡ булды. «Белем биреү программалары уҡыу-методик ҡулланмаһының иң яҡшы тәжрибәһе өсөн» премияһының 2016 йылғы лауреаты тип БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, профессор Валентин Павлов етәкселегендәге авторҙар коллективы танылды.
Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә аңлатыуҙарынса, премияға Башҡорт дәүләт медицина университетының «Роснано» менән берлектә әҙерләгән ядро медицинаһы өлкәһендә һөнәри ҡайтанан әҙерләү пилот белем биреү программаһы лайыҡ булған. Ул ошо өлкәлә эшләгән белгестәрҙе комплекслы әҙерләүҙе үҙ эсенә ала. Һүҙ позитрон-эмиссион томография һәм радиохирургия үҙәктәрендәге табип-рентгенологтар, радиологтар, радиохимиктар, провизор-аналитиктар, физиктар, медицина физиктары, баш табиптар һәм баш шәфҡәт туташтары, идара итеүсе персонал хаҡында бара.
Лауреаттар Мәскәүҙә VII «Медицина мәғарифы аҙналығы-2017» дөйөм Рәсәй конференцияһы барышында бүләкләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика