07:27 (UTC+5), 10 Апрель 2017

Бөгөндән баш ҡала мәктәптәрендә «Экологик грамоталылыҡ аҙналығы» башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 10-15 апрелдә Өфөлә «Экологик грамоталылыҡ аҙналығы» мәғариф-экологик акцияһы уҙғарыла. Уны баш ҡала хакимиәте ойошторған. Сара 15 апрелдә билдәләнгән Экологик белем көнөнә һәм Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған.
Акция йәш быуындың экологик мәҙәниәтен күтәреүгә, балаларҙың экологик белемен арттырыуға һәм өҙлөкһөҙ экологик тәрбиә биреү системаһын булдырыуға йүнәлтелгән. Был көндәрҙә бөтә мәктәптәрҙә һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында тематик дәрестәр һәм кластан тыш саралар ойоштороу күҙаллана. Экологтар балаларға тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙың һәм тәбиғәт ресурстарын һөҙөмтәле ҡулланыуҙың актуаль мәсьәләләре хаҡында һөйләйәсәк. Дәрестәрҙе һәм кластан тыш сәғәттәрҙе ҡаланың Йәшәйеште тәьмин итеү буйынса идаралығының экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ», «Өфө һыу каналы», «Өфө инженер селтәрҙәре» муниципаль предприятиелары, шулай уҡ бер нисә сәнәғәт, инженер һәм ресурс менән тәьмин итеүсе предприятиелары белгестәре үткәрә.
Сараны уҙғарыу өсөн ҡыҙыҡһыныу белдергән ойошма, ведомство һәм йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре саҡырыла. Ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса ҡаланың экология бүлегенә һәм Өфөләге Балалар экология-биология үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк: (347) 279-05-90, (347) 272-22-37.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика