10:31 (UTC+5), 07 Апреля 2017

«Йыл уҡытыусыһы-2017» республика конкурсының абсолют еңеүсеһе иғлан ителде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөләге Конгресс-холда XXVII «Йыл уҡытыусыһы-2017» республика конкурсын ябыу тантанаһы уҙҙы. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә бөтә республиканан ике йөҙгә яҡын уҡытыусы ҡатнашты, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы», «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Йәш уҡытыусы-2017» конкурстарында, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара бәйгеһендә үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте.
Конкурс йомғаҡтары буйынса «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара бәйгеһе еңеүсеһе тип Борай ауылының 2-се гимназияһы уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиева танылды. «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2017» исемен Стәрлетамаҡ ҡалаһының 22-се мәктәбе уҡытыусыһы Марина Тетерина алды. Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — Илеш районының Базытамаҡ ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы Эльмира Ахунова. «Йәш уҡытыусы-2017» конкурсында Өфөләге 158-се башҡорт гимназияһынан Мария Кәримова еңеү яуланы.
Жюри ҡарары буйынса «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2017» исеменә Өфөләге 52-се мәктәптең донъя художество мәҙәниәте уҡытыусыһы Юлия Линдт лайыҡ булды. Ул шулай уҡ «Йыл уҡытыусыһы-2017» республика конкурсының абсолют еңеүсеһе тип танылды һәм Сочиҙа «Йыл уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсында республика намыҫын яҡлаясаҡ.
«Мин үҙ һөнәремдә бәхетлемен һәм миңә ышанған, ярҙам иткән бөтә коллегаларыма, яҡындарыма рәхмәт белдерәм», — тине еңеүсе.
Шулай уҡ «Йөрәгемде балаларға бирәм», «Һөнәргә тоғролоҡ өсөн», «Мәғариф өмөтө» номинацияларында еңеүселәр билдәләнде.
Башҡортостанда «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы 1991 йылдан алып уҙғарыла. Ойоштороусылар — республиканың Мәғариф министрлығы, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика