03:26 (UTC+5), 07 Апреля 2017

Өфөлә Санкт-Петербургтағы теракт ҡорбандары иҫтәлегенә халыҡ акцияһы уҙҙы

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә Салауат Юлаев майҙанында Санкт-Петербургка ярҙам итеү уңайынан халыҡ акцияһы уҙҙы. Акцияға ҡала халҡы, пенсионерҙар, йәштәр килде. Акция бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды. Артабан трибунаға Рус православие сиркәүе һәм Рәсәй, республика мосолмандары Үҙәк диниә назараты вәкилдәре, сәйәсмәндәр – төп партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары күтәрелде.
«Был көндәрҙә Рәсәйҙә барған митингтар – ошо фажиғә хаҡында онотмауыбыҙ, илебеҙ бөгөн ерҙәге төп ҡурҡыныстарҙың береһе – экстремизм һәм терроризмға ҡаршы торорға әҙер булыуы менән төрлө йүнәлештәге террорсыларға иҫкәртеү билдәһе ул», — тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
Митингты ойоштороусылар – Башҡортостан Халыҡтар ассамблеяһы резолюцияны уҡып ишеттерҙе, унда былай тиелә: «Санкт-Петербургта күп кешеләрҙең ғүмерен ҡыйған фажиғә миллионлаған рәсәйҙәрҙең күңелендә әсе әрнеү булып уйылды. Беҙ, күп милләтле Башҡортостан халҡы, бөтә ил менән бергә ауыр юғалтыу ҡайғыһын кисәрәбеҙ һәм уртаҡлашабыҙ. Әммә бөгөн ғәйепһеҙ теракт ҡорбандарын иҫкә алырға ғына сыҡманыҡ. Бөгөн республиканың төп майҙанына Ватанының киләсәгенә вайымһыҙ булмаған, тыныс граждандарыбыҙҙы үлтереүселәргә ҡаршы торорға әҙер булғандар сыҡты».
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика