12:25 (UTC+5), 07 Апрель 2017

Өфөлә Башҡорт асыҡ КВН лигаһының финал уйыны республика һәм Санкт-Петербург командаларын берләштерәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 14 апрелдә Өфөләге Конгресс-холда Башҡорт асыҡ КВН лигаһының юбилейлы бишенсе миҙгеленең финал уйыны уҙа. Дөйөм тема — «Юбилей миҙгеле». Финал уйынының темаһы — «Байрам үтте... Юҡ-юҡ, таралышмағыҙ!».
Юбилей миҙгеле финалында ҡатнашыусыларҙың географияһы киң. Республика, шулай уҡ Санкт-Петербургтан командалар уйнай. Был көндә БашStar» (Салауат районы), «Әннәгиҙергеннәйем» (Санкт-Петербург, Йылайыр районы), «Бер минут» (Өфө), «Нөктә.ru» (Өфө) сығыш яһай. Уйын йомғаҡтары буйынса бишенсе миҙгелдең еңеүсеһе билдәләнә.
Ҡатнашыусылар дүрт конкурста көс һынаша: «Яҙғы романс» (визитка), «Серләшәйек» (триатлон), «Ҡорал эшләй — ир маҡтана» (капитандар конкурсы), «Өн аралаш ете төш» (йондоҙ менән музыкаль өйгә эш).
«Финал уйыны көтөлмәгәнлеге һәм фавориттың булмауы менән айырылып торасаҡ. Командаларҙың кимәле бик юғары: улар — уҙған йылдың финалсыһы, былтыр «Башҡорт юниор лигаһы» финалсыһы, үҙенсәлекле Питер командаһы һәм лигала өсөнсө миҙгел уйнаған, ләкин бик үк билдәле булмаған команда, — тип хәбәр итте Башҡорт асыҡ КВН лигаһы рәйесе Урал Кәримов.
Сараны ойоштороусы — Башҡорт асыҡ КВН лигаһы. Сара киске сәғәт 7-лә башлана, адресы: Зәки Вәлиди урамы, 2.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика