06:56 (UTC+5), 07 Апрель 2017

Беренсе каналдың ижади төркөмө баш ҡалала етем балалар тураһында сюжеттар төшөрә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Беренсе каналда барған «Барыһы ла өйҙә саҡта» («Пока все дома») тапшырыуының ижади төркөмө балалар йорттарында тәрбиәләнгән етемдәрҙе төшөрөү өсөн йәнә Өфөгә килде. Өфөлә һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларындағы етем балалар хаҡында тапшырыуҙар Беренсе каналда «Видеопаспорт» проекты сиктәрендә күрһәтелә.
«Һеҙҙең балағыҙ буласаҡ» («У вас будет ребенок») рубрикаһын алып барыусы Елена Кизякова һәм уның командаһы 1-се, 2-се балалар йортонда, Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта, Сабыйҙар йортонда сюжеттар төшөргән дә инде. 3 апрелдән 11-нә тиклем 30-ҙан ашыу видеопаспорт әҙерләү күҙаллана.
2015 йылдан, Өфө хакимиәте баланы тәрбиәгә алыусылар өсөн «Видеопаспорт» федераль дөйөм Рәсәй мультимедиялы мәғлүмәт-эҙләү системаһы менән хеҙмәттәшлек итә башлағандан алып, 71 видеопаспорт төшөрөлгән. Роликтар «Видеопаспорт» проектының сайтында урынлаштырылған. Уларҙың туғыҙы Беренсе каналда күрһәтелгән. 25 бала тәрбиәгә алынған, 14-е менән буласаҡ ата-әсәләре таныша, әле бөтәһе 32 видеопаспорт бар.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика