02:36 (UTC+5), 07 Апреля 2017

Башҡортостанда Федераль тикшеренеү үҙәге булдырыла – Федераль ғилми ойошмалар агентлығы башлығы

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө ғилми үҙәгендә Федераль тикшеренеү үҙәге булдырыла. Ғилми институттарҙы берләштереү тураһындағы протоколға Рәсәй Федераль ғилми ойошмалар агентлығы етәксеһе Михаил Котюков һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге 14 институттың етәксеһе ҡул ҡуйҙы. Ҡул ҡуйыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты.
Яңы структура Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө Федераль тикшеренеү үҙәге тип йөрөтөләсәк. Уға 13 ғилми ойошма һәм бер поликлиника инә. Улар бөтәһе лә Рәсәй Федераль ғилми ойошмалар агентлығына ҡарай. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Лачинов Башҡортостандың технологик башланғысы менән таныштырҙы. Институттар 47 ғилми йүнәлеш буйынса тикшеренеүҙәр алып бара. Йыл һайын 450-ләп ғилми тикшеренеү темаһы өйрәнелә.
Йылдар буйына тупланған белем һәм тәжрибә яңы ойошторолған үҙәк хеҙмәткәрҙәренә төп ғилми үҙәк булып китергә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләнде республика ғилми ойошмаһының киңәйтелгән ултырышында. Ул химия, газ һәм нефть химияһы, машина эшләү тармаҡтары предприятиеларын эксперименталь эштәрҙә кәрәк булған тәрән, ҡулланма тикшеренеүҙәр менән тәьмин итәсәк.
«Беҙ был проектты оҙаҡ тикшерҙек. Ошо башланғыс белдерелгән тәүге осрашыуҙан алып ике йыл үтте. Был үҙәк булдырыу буйынса тәүге аҙым ғына. Уның юлы ҡатмарлы. Бөгөн бөтә ғилми өлкәләрҙә тиерлек эшләүсе ғилми коллективтар компетенцияһын берләштереү нигеҙендә федераль тәғәйенләнештәге тикшеренеү үҙәге ойоштороласаҡ, тип иҫәп тотабыҙ. Ул академик фәнгә интеграцияланасаҡ, әммә шул уҡ ваҡытта республика үҫеше мәсьәләләрен хәл итәсәк. Был модель менән заманса кадрҙарға һәм кәрәкле матди базаға эйә буласаҡбыҙ», — тип һөйләне журналистарға Михаил Котюков.
Был эш бик ҡатмарлы һәм уға өлгәшеү өсөн беҙгә республика етәкселеге менән көстәрҙе тупларға тура киләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Федераль ғилми ойошмалар агентлығы. Киләһе һәр аҙым етди өйрәнеүҙе талап итәсәк.
Яңы коллективтың бөтә мөһим ҡарар ҡабул итеүҙә консенсусы булыуы мөһим, тип иҫәпләй Михаил Котюков.
«Бер ниндәй ҙә финанс ҡыҫҡартыуҙар тураһында һүҙ бармай. Берләшкән үҙәктә бөгөнгө көнгә берләшеүсе ойошмаларҙағы барлыҡ ресурстар ҙа тупланасаҡ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Котюков. Яңы идеялар, яңы проекттар грант программаларынан өҫтәмә саралар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
«Өфө Федераль тикшеренеү үҙәген булдырыу – ғилми тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм, тәү сиратта, ғәмәлгә индереү йәһәтенән күптән көтөп алынған мөһим аҙым, — тип һөйләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов. — Өфө Федераль тикшеренеү үҙәге ойошторолғандан һуң беҙҙә социаль-иҡтисади үҫеш өсөн мөһим фундаменталь тикшеренеүҙәрҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн яуаплы партнер барлыҡҡа килә. Беҙ үҙәк алып барасаҡ тикшеренеүҙәргә лә булышлыҡ итергә теләйбеҙ. Бәлки, ҡайһы берҙәренә матди яҡтан ярҙам итербеҙ, берлектә финансларбыҙ».
Рәсәй Федераль ғилми ойошмалар агентлығы етәксеһе Михаил Котюковтың әйтеүе буйынса, юридик берләшеү йыл аҙағына тамамланырға тейеш.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика