02:32 (UTC+5), 06 Апреля 2017

Төбәк һәм муниципаль телеканалдарына социаль селтәрҙәргә әүҙемерәк инергә кәрәк - эксперт

телеканал сайты
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Аудитория күпләп интернетҡа китә, тулыһынса тиерлек мәғлүмәтте интернет аша ала. Шуға төбәк һәм муниципаль телеканалдарына социаль селтәрҙәргә әүҙемерәк инергә кәрәк. Ошондай ҡарашын белдерҙе Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы ағзаһы, «Вся Уфа» телеканалы директоры Алина Сөләймәнова төбәк телевидениеһы мәсьәләләренә арналған «Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек» дөйөм халыҡ фронты медиафорумы майҙансығында.
«Етештереүсе ҡаласаҡ, әммә контентты илтеү ҡоралдары үҙгәрергә тейеш. Һәм улар үҙгәрә, өҫтәүенә бик тиҙ. Сөнки «Бәйләнештә» һәм «Фейсбук» кеүек билдәле платформалар ҙа икенсе планға күсә. «Твитч» кеүек яңылары сыға, унда ғәҙәти булмаған постар ҡулланыла: контент онлайн-стримдар иҫәбенә илтеп бирелә. Шул рәүешлә канал популяр булып китә», — тип билдәләне Алина Сөләймәнова.
Уның әйтеүе буйынса, мәғлүмәт ҡулланыусыһы өсөн көрәшкә муниципаль һәм төбәк телеканалдары ла ҡушылырға тейеш. «Улар мобиль һәм аныҡ тамашасы ихтыяжына яҡын, — тип аңлатма бирҙе Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты белгесе. — Йыл ярым элек телеканалыбыҙ тулыһынса үҙгәреш алды. Нәҡ шул ваҡыттан беҙ социаль медиаларға инә башланыҡ. Беҙҙең күрһәткестәр нулдән алып социаль селтәрҙә иң күп яҙылыусылар иҫәбе менән бөтөн илдең миллионлы ҡалаларының төбәк компаниялары араһындағы Топ-25 исемлегенә ҡәҙәр үҫте».
Социаль селтәрҙәр менән эш мәжбүри түгел, уны финансларға кәрәкмәй, әммә ул бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдына белгес. Сөнки был йәш аудитория өсөн мәғлүмәт илтеп биреү алымы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика