09:51 (UTC+5), 06 Апрель 2017

Республикала «Йәш ғаилә» проекты эшләй башланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда «Ғаилә-2030» стратегик башланғысы сиктәрендә «Йәш ғаилә» проекты эшләй башланы. Программа йәштәр һәм йәш ғаиләләр менән комплекслы эште, шул иҫәптән педагогик, юридик һәм консультация ярҙамын күҙ уңында тота. Проекттың төп идеяһы — ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм популярлаштырыу.
Проект тәү сиратта ғаиләне нығытыуға йүнәлтелгән, тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының сектор мөдире Галина Малофеева.
«Һуңғы йылдарҙа илдә һәм республикала ғаилә институты етди көрсөк кисерә. Әлеге проект йәш ғаиләләргә һөҙөмтәле тәьҫир иткән механизмдарҙы билдәләүгә һәм индереүгә, шулай уҡ ғаиләнең именлеген нығытыуға һәм айырылышыуҙар һанын кәметеүгә иҫәпләнгән», — тип билдәләй ул.
Проектта 150 меңгә яҡын кеше ҡатнашыр тип күҙаллана. Йәштәрҙе күберәк йәлеп итеү өсөн төбәктә ведомство-ара система булдырыла. Өфөнөң Совет районында, Күмертау ҡалаһында, Учалы һәм Иглин райондарында ошо йүнәлештә эксперименталь эш башланған да инде. Киләсәктә «Йәш ғаилә» проектын бөтә республикала тормошҡа ашырыу ҡарала.
Ғаилә институтын нығытыу буйынса төп эште йәштәр сәйәсәте учреждениелары ҡарамағындағы ғаиләне планлаштырыу кабинеттары һәм «Йәш ғаилә» клубтары үҙ өҫтөнә аласаҡ. Шулай уҡ программа сиктәрендә «Көмөш ғаилә», «Олимпия ғаиләһе һәм паралимпия ғаиләһе», «Ауыл ғаиләһе», «Ҡала ғаиләһе» социаль проекттары эшләй башлаясаҡ.
Әлегә тиклем республикала йәш ғаиләләргә комплекслы ярҙам күрһәтеүҙең берҙәм механизмдары булманы. «Йәш ғаилә» проекты ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Эксперт фекеренсә, бының өсөн йәштәр менән эшләү принциптарын тамырынан үҙгәртергә, дәүләт структураларын һәм институттарын йәлеп итергә кәрәк.
Йәш ғаиләнең ыңғай имиджын булдырыу мөһим, тип билдәләй ул. «Ғаиләне нығытыу һаулыҡты, демографик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Артабан ул ғаиләнең ҡеүәтен төбәктең иҡтисади үҫешендә файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк», — тип иҫәпләй Галина Малофеева.
Март айында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов йәш ғаиләләргә ярҙам итеү һәм тыуымды арттырыу маҡсатында демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, 2017 йылдың 1 ғинуарынан бала тыуғанда торлаҡ һатып алыу йәки ипотека торлаҡ кредиты буйынса төп бурыстың ҡалған өлөшөн ҡаплау өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү билдәләнде. Йәштәрҙең икеһе лә 35 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, уларҙың торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә тороуы шарт.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика