05:47 (UTC+5), 06 Апрель 2017

Өфө уҡыусыһы «Милләт алтыны» телепроектын яулай

«Рәсәй 1» каналынан видео скрины
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөнән һигеҙ йәшлек Вениамин Нурғәлиев «Рәсәй 1» каналының «Милләт алтыны» телепроектында ҡатнаша. Унда илдең төрлө төбәктәренән 6-12 йәштәге 50-нән ашыу вундеркинд йыйылған, тип хәбәр итә «Комсомольская правда-Уфа» сайты.
«Тауыш. Балалар» проектында үҙен талантлы йырсы булараҡ асҡан ир бала шоуҙа үҙен ысын эрудит итеп күрһәтә. Веня жюриҙы музыкаль теорияһы һәм музыкаль һәләте менән аптырата.
«Вениаминдың һәләтен уҡытыусылар 2,5 йәшендә асыҡланы, 3,5 йәшендә хорҙа йырлай, 4,5 йәшендә фортепиано менән шөғөлләнә башлай, — тип баҫма малайҙың әсәһе Ольга Нурғәлиеваның һүҙҙәрен килтерә. — Киләһе йылдан ул джаз фортепианоһын үҙләштерәсәк, әкренләп джаз йырлай башланы. Хәҙер уҡ Веня йәнһүрәттәрҙә ҡатнаша. Уҡыуы менән дә барыһы ла һәйбәт, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай, бик күп уҡый, айырыуса Гарри Поттерҙы ярата һәм хатта дауамын яҙырға теләй. Һәләтле баланы тәрбиәләү өсөн уға теләгәнен эшләргә ҡамасауламаҫҡа кәрәк, тип уйлайым. Һәм «теләгәненә» бик күп көс һәм ваҡыт һалырға әҙер булыу».
Вениамин Нурғәлиев ҡатнашлығындағы тапшырыуҙы 8 апрелдә көндөҙгө 5-се 20 минутта «Рәсәй 1» телеканалында ҡарарға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика