07:09 (UTC+5), 06 Апреля 2017

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыллы ел хаҡында иҫкәртә

автор
автор
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыллы ел хаҡында иҫкәртә. 6 апрелдә төбәктә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы, республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып. Төндә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуасаҡ, юлдарҙа еңелсә боҙлауыҡ буласаҡ, көндөҙ – яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 7-12 метр. Ҡапыл иҫкәндә секундына 15-20 метрғаса етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә -2,-7 градус, аяҙытҡанда -12, көндөҙ +2,+7 тәшкил итәсәк.
Төндә һәм иртәнсәк юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан төшөүе фаразлана, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан насараясаҡ, тип хәбәр итә ҡотҡарыусылар.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы граждандарға электр линиялары, ағастар һәм реклама таҡталары тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәңәш итә.
«Йәйәүлеләр, урамда һәм юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ. Водителдәрҙең тиҙлек режимын кәметеүҙәре һорала. Юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән электр сымдарына яҡын барыу ғүмер өсөн хәүефле», — тип билдәләнеләр ведомствола.
Дауыл осоронда электр селтәрҙәре һәм ҡорамалдарҙың, йәшәгән йорттарҙа йылытыу мейестәренең торошон тикшерергә, эске һәм тышҡы янғынға ҡаршы һыу тәьминәтенең, телефон элемтәһенең төҙөклөгөн булдырырға, янғынға ҡаршы кәрәкле инвентарҙы әҙерләргә кәңәш ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика