04:54 (UTC+5), 06 Апреля 2017

«Башҡортостан – Рәсәйҙең яңы конгресс үҙәге» интернет-ресурсы эшләй башланы

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Конгресс туризмын танытыу өсөн республикала «Башҡортостан – Рәсәйҙең яңы конгресс үҙәге» интернет-ресурсы эшләтеп ебәрелде. Проектты Башҡортостан Конгресс-бюроһының «Офис-төркөм»ө тормошҡа ашыра.
Портал архитектураһына төрлө кимәлдәге саралар уҙғарыу өсөн кәрәкле ҡорамалдарға һәм мөмкинлектәргә эйә булған конференция, концерт залдары, ресторандар, күргәҙмә комплекстары, отелдәр, шифаханалар йыйылған «Конгресс-майҙансыҡтар» төркөмө инә. Һайлап алыу функцияһы ярҙамында төрө, кәрәкле урындар иҫәбе буйынса мәғлүмәттәрҙе яҙып, Өфөлә йәки төбәк биләмәһендә яраҡлы урындарҙы табырға мөмкин.
«Йәшәү урыны» бүлегендә категориялар буйынса ҡунаҡханалар һәм шифаханалар, люкстан стандартҡа ҡәҙәр бүлмәләр һаны, аэропортҡа тиклем юл арауығы һәм юлдағы ваҡыт сағылған. Шулай уҡ сайтта актуаль ваҡиғалар календары эшләйәсәк. «Башҡортостан һәм Өфө хаҡында»ғы бүлектә баш ҡала буйлап 3D форматында сәйәхәт ҡылырға һәм төбәк менән танышырға мөмкин.
«Мөмкинлектәр» бүлеге корпоратив заказ биреүселәргә ҡыҙыҡлы, унда компаниялар-партнерҙар уйлап сығарған әүҙемлектәр һәм башҡорт милли стилендә командалар ойоштороуға уйындар тасуирланған. Сайтта Өфөлә һәм Башҡортостанда эшлекле туризм индустрияһы өлкәһендә уҙған эре ваҡиғаларҙың портфолиоһы тупланған.
Буласаҡ клиенттар өсөн саралар уҙғарыу һәм транспорт хеҙмәттәре буйынса онлайн-ғариза ҡалдырыу мөмкинлеге тәҡдим ителә.
«Эшләп килгән сайттар Башҡортостандың һәм баш ҡаланың бөтә яңы конгресс инфраструктураһын да мәғлүмәти сағылдырмай. Беҙҙең бурыс – Рәсәй һәм халыҡ-ара саралар ойоштороусылар өсөн Өфөнөң һәм республиканың конгресс мөмкинлектәре буйынса «берҙәм тәҙрә» булдырыу, — тип билдәләне Башҡортостан Конгресс-бюроһының «Офис-төркөм»ө директоры Николай Фадеев. — Сайт эшләнеп бөтөп килә һәм ул даими тулыланып һәм яңырып торасаҡ. Портал Рәсәй конгресс хеҙмәттәре баҙарында Башҡортостанды танытыу өсөн универсаль ҡоралға әйләнәсәген һәм республикаға ҙур эшлекле, сәйәси һәм коммерция сараларын ылыҡтырырға ярҙам итәсәген төшөнәбеҙ».
Башҡортостан Конгресс-бюро матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, порталда үҙҙәренең хеҙмәттәрен һәм конгресс-мөмкинлектәрен урынлаштырырға теләүсе ойошмалар үҙҙәре хаҡында мәғлүмәт ебәрә ала, сөнки әлеге ваҡытта ресурсҡа мәғлүмәттәр йыйыу һәм уны даими яңыртыу бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика